Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
92.26
-0.33
99.71
-0.56
86.97
-0.03
-3 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хәл-ваҡиғалар
7 Ноябрь 2018, 14:25

Баш ҡалала экс-полицейскийҙарҙан көсләнгән ҡыҙ хәлдең нисек булғанын тулыһынса хәтерләмәй

Олег Яровиков
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2018 йыл, 7 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Экс-полицейскийҙарҙың 23 йәшлек коллегаһын көсләү тураһындағы эштә яңы мәғлүмәттәр килеп сыҡты. Зыян күреүсе хәлдең нисек булғанын тулыһынса хәтерләмәй, тип хәбәр итә РИА Новости үҙенең сығанағына һылтанма менән. Ҡыҙ ныҡ иҫерек булыуына һылтана.
«Зыян күреүсенең тәнендәге күгәргән эҙҙәр көсләү характерында түгел, тип хәбәр итә эксперттар. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, шул төндә ике полицейский ҡыҙ менән енси мөнәсәбәткә ингән, ә ҡулға алынған өс полицейскийҙың береһе был ваҡытта полиция бинаһында булмаған», — тип хәбәр итә агентлыҡ.
Әле киң мәғлүмәт сараларында ауыр енәйәт ҡылыуҙа ғәйепләнеүселәрҙең береһенең адвокаты әйткән версияны яҙалар. Уның һүҙҙәренсә, 29 октябрҙән 30-на ҡарай төндә полиция бүлегендәге «корпоративта» өс ҡатын-ҡыҙ булған.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 31 октябрҙә хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре 23 йәшлек дознаватель ҡыҙҙы көсләүҙә ғәйепләнгән өс полицейскийҙы тотто. Өс начальник Эске эштәр министрлығынан бушатылды һәм ике айға ҡулға алынды. Судҡа хөкөм сараһына апелляция ялыуы килде.
http://www.bashinform.ru/news/1234817-iznasilovannaya-eks-politseyskimi-v-ufe-doznavatel-ne-pomnit-detaley-sluchivshegosya/
Читайте нас: