08:51 (UTC+5), 06 Ноября 2018

Башҡортостанда йәшәүсе көнләшеүенән ҡатынын һәм ағаһын атып үлтергән

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 6 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Башҡортостанда 53 йәшлек ир көнләшеүенән ҡатынын һәм ағаһын атып үлтергән.
Тәфтиш комитеты мәғлүмәттәре буйынса, 3 ноябрҙә кискеһен бер ир, 44 йәшлек ҡатынының 65 йәшлек ағаһы менән бер бүлмәлә икәүҙән-икәү ҡалғанын күреп, тәүҙә ҡатынды, һуңынан 65 йәшлек ағаһын мылтыҡтан атып үлтергән. Икеһе лә ваҡиға урынында вафат булған. Ғәйепле полицияға үҙе шылтыратҡан һәм енәйәт ҡылыуы тураһында хәбәр иткән. Ваҡиға урынына тәфтиш-оператив төркөм килеп еткән. Енәйәт эше ҡуҙғатылған.
«Әлеге ваҡытта ваҡиға урыны тикшерелгән, енәйәтсе тотолған. Ул ике кешенең ғүмерен ҡыйыуҙа ғәйепләнә. Тиҙҙән ир һаҡ аҫтына алынырға тейеш. Ҡылынған енәйәттең барлыҡ сәбәптәрен асыҡлауға йүнәлтелгән артабанғы тәфтиш эштәре алып барыла», тиелә Рәсәйҙең Башҡортостан Республикаһы буйынса Тәфтиш комитеты белдереүендә.
http://www.bashinform.ru/news/1234037-zhitel-bashkirii-iz-revnosti-zastrelil-zhenu-i-brata-/
1 из 1
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика