13:00 (UTC+5), 02 Ноября 2018

Өфөлә дознавателде көсләүҙә ғәйепләнгән экс-полицейскийҙарҙы ҡулға алдылар – видео

Ксения Калинина
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 2 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. 2 ноябрҙә Өфөнөң Киров районы судында 23 йәшлек дознаватель ҡыҙҙы күмәкләп көсләүҙә ғәйепләнгән өс полицейскийҙы ҡулға алдылар.
Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфө һәм Ҡырмыҫҡалы райондары буйынса бүлектәрҙең хәҙер инде элекке начальниктары һәм уларҙың Өфө районының миграция мәсьәләләре бүлегенән коллегаһы суд залында һаҡ аҫтына алынды. Алдағы ике айҙы улар Тәфтиш изоляторында үткәрә — ағымдағы йылдың 31 декабренә тиклем. Әгәр ошо мәлгә яңғырауыҡлы енәйәт эшен тикшереү тамамланмаһа, төбәктең Тәфтиш комитеты хеҙмәткәрҙәре ҡулға алыуҙы оҙайтыуҙы һорарға тейеш.
«Территориаль тәфтиш бүлеге хеҙмәткәрҙәре республика тәфтиш идаралығының тәфтишсе-криминалистары менән бергә ҡылынған енәйәт дәлилдәрен йыйыуға һәм теркәүгә йүнәлтелгән тикшереү эштәрен дауам итә», — тип билдәләнеләр Рәсәйҙең Башҡортостан Республикаһы буйынса Тәфтиш комитетының матбуғат хеҙмәтендә.
Тәфтишселәр фаразы буйынса, 2018 йылдың 29 октябренән 30-на ҡарай төндә Эске эштәр министрлығының Өфө районы буйынса бүлегендә 23 йәшлек дознаватель ҡыҙҙы көсләйҙәр. Асыҡланыуынса, ул Башҡортостан Республикаһы буйынса Росгвардия идаралығындағы юғары дәрәжәле кешенең ҡыҙы икән.
Бынан алда «Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, енәйәт эше фигуранттарының береһенең ҡатыны иренең алибийы тураһында белдерҙе. Йәнәһе лә ул енәйәт ҡылынған төндә өйөндә булған.
http://www.bashinform.ru/news/1233463-v-ufe-arestovali-politseyskikh-podozrevaemykh-v-iznasilovanii-doznavatelya-video/
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика