06:50 (UTC+5), 18 Октября 2018

Өфөлә уҡыусы ҡыҙға һөжүм иткән ирҙе эҙләйҙәр

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 18 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. Өфөлә хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре 10 йәшлек ҡыҙға ҡарата боҙоҡ ғәмәлдәр ҡылыуҙа ғәйепләнгән кешене эҙләй. «Башинформ» агентлығына үҙенең сығанаҡтарынан билдәле булыуынса, билдәһеҙ ир баланы Баязит Бикбай урамындағы йорттоң подъезында һағалап торған. Сығанаҡ әйтеүенсә, ул ҡыҙыҡайға теймәгән.
Билдәле булыуынса, уҡыусы енәйәтсенән ҡаса алған. Ул был хаҡта ата-әсәһенә һөйләгән, улар шунда уҡ хоҡуҡ һаҡлау органдарына ғариза яҙған.
«Рәсәй Тәфтиш комитетының Башҡортостан Республикаһы буйынса тәфтиш органдары Рәсәй Енәйәт кодексының 132-се статьяһы 4-се бүлегенең «б» пункты буйынса енәйәт эше ҡуҙғатҡан. Әлеге ваҡытта Рәсәй Тәфтиш комитеты тәфтишселәре Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығының енәйәтте тикшереү бүлеге хеҙмәткәрҙәре менән бергә ваҡиға сәбәптәрен һәм ошо енәйәтте ҡылыуға ҡатнашы булған кешене тотоуға йүнәлтелгән тикшереү һәм оператив-эҙләү эштәрен алып бара», — тип аңлатма бирҙеләр Рәсәй Тәфтиш комитетының Башҡортостан буйынса тәфтиш идаралығының матбуғат хеҙмәтендә.
Енәйәтсенең билдәләре: 25-35 йәштәрҙә, буйы 155-160 сантиметр, мыҡты кәүҙәле, оҙонса йөҙлө, ҡара сәсле, ҡара-йәшел күҙле, битен шырт ҡаплаған. Куртка-ветровка, күк джинсы, ҡара кроссовка кейгән.
http://www.bashinform.ru/news/1225939-v-ufe-razyskivaetsya-napavshiy-na-shkolnitsu-izvrashchenets-/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика