08:31 (UTC+5), 17 Октября 2018

Баш ҡалала сауҙа комплексынан 500 кеше эвакуацияланған

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 17 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлфиә Әғлиуллина/. Кисә Өфөләге Пархоменко урамында урынлашҡан «Йәй» күп функциялы комплексында автоматик янғын сигнализацияһы эшләй башлаған. Инструкцияға ярашлы, объект хакимиәте эвакуациялау тураһында ҡарар ҡабул иткән. Бинанан 500-ләп кеше эвакуацияланған.
Сигналды тикшереү өсөн урынға Өфө янғын-ҡотҡарыу гарнизонының янғын һүндереү төркөмө килгән. Бинаны тикшергән саҡта яныу билдәләре табылмаған. Башҡортостан Республикаһы буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, сигнал ялған булып сыҡҡан.
Һуңғараҡ автоматик янғын сигнализацияһының яңылыш эшләй башлауы һөҙөмтәһендә төтөндө һурҙырып алыу системаһының тоҡаныуы һәм түшәмдең емерелеүе асыҡланған. Емерелгән конструкцияның бер өлөшө 1979 йылғы ҡатынды йәрәхәтләгән. Ул 22-се ҡала клиник дауаханаһына оҙатылған.
Зыян күргән ҡатындың «Йәй» күп функциялы комплексында урынлашҡан ойошмаларҙың береһендә эшләүе билдәле.
http://www.bashinform.ru/news/1225255-v-ufe-iz-torgovogo-kompleksa-evakuirovano-500-chelovek/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика