Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
81.14
0
92.22
0
67.96
+2.11
19+ °C
Ясна
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Хәл-ваҡиғалар
12 Октябрь 2018, 12:28
Республикала йәшәүсенең мәйете ике йылға яҡын урманда ятҡан
автор
ӨФӨ, 2018 йыл, 12 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. Башҡортостандың Ейәнсура районында, урманда, бер нисә аҙна элек бер ирҙең һөлдәһе табылған. «Башинформ» агентлығына хоҡуҡ һаҡлау органдарындағы сығанаҡ һөйләүенсә, мәйет урманда ике йыл самаһы ятҡан. Шуға ҡарамаҫтан, уның шәхесе асыҡланған — ул Ҡужанаҡ ауылынан 55 йәшлек ир булып сыҡҡан. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, уның үлеме криминаль характерҙа түгел.
Рәсәй Тәфтиш комитетының Башҡортостан буйынса тәфтиш идаралығының матбуғат хеҙмәтендә әйтеүҙәренсә, әлеге осраҡ буйынса тәфтиш алды тикшереү бара. Һөлдә суд-медицина экспертизаһына ебәрелгән.
http://www.bashinform.ru/news/1223307-trup-zhitelya-bashkirii-prolezhal-v-lesu-okolo-dvukh-let/
Теги:
рәсәйҙең башҡортостан республикаһы буйынса тәфтиш комитеты
Читайте нас: