08:24 (UTC+5), 09 Октября 2018

Республикала әсә кеше балаларын ташландыҡ өйҙә яңғыҙҙарын ҡалдырып киткән

автор
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 9 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. Башҡортостандың Ауырғазы районында прокурор материалдары буйынса «балаларын тәрбиәләү буйынса бурыстарын үтәмәү» статьяһына ярашлы күп балалы әсәгә ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылған.
Республика прокуратураһының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, быйыл бер ҡайҙа ла эшләмәгән, спиртлы эсемлектәр менән мауыҡҡан ҡатын ике-һигеҙ йәшкәсә өс балаһы менән Наумкин ауылындағы ташландыҡ йортта йәшәй башлаған. Балалар антисанитария шарттарында көн иткән.
Сентябрҙә әсә кеше балаларын яңғыҙҙарын ҡалдырып киткән. Улар дүрт көн буйына ярым емерек өйҙә үҙҙәре генә йәшәгән. Өләсәләре бер нисә тапҡыр инеп, ашарға ҡалдырған. Һуңынан ул был хаҡта прокуратураға хәбәр итергә булған.
«Прокурор тикшереүенән һуң балалар медицина учреждениеһына оҙатылған, уларҙы табиптар ҡараған. Полицейскийҙар уларҙың әсәһен эҙләп табып, өйөнә ҡайтарған. Балаларҙың икәүһе социаль-реабилитация үҙәгенә урынлаштырылған, бәләкәйе медицина учреждениеһында», — тип хәбәр иттеләр күҙәтеү ведомствоһынан.
http://www.bashinform.ru/news/1221968-v-bashkirii-mnogodetnaya-mat-ostavila-detey-bez-edy-i-prismotra-v-zabroshennom-dome/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика