09:15 (UTC+5), 08 Октября 2018

Өфөлә ихата буйлап ҡанға батҡан ир йүгереп йөрөгән

видеонан стоп-кадр
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 8 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. Өфөлә, Дыуан бульварындағы ихаталарҙың береһендә, кисә көндөҙ урындағы халыҡты ҡурҡыуға һалған хәл булған. «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһы хәбәр итеүенсә, ихатала ҡанға батҡан яланғас ир йүгереп йөрөгән. Ғәҙәттән тыш хәл урынына килеп еткән ашығыс ярҙам бригадаһы уны көс-хәл менән махсус машинаға ултыртҡан.
Шаһиттарҙың һүҙҙәренсә, ир тәҙрәнән һикергән һәм күршеләренең фатирына килеп ингән.
«Күршеләр тыныс ҡына өсөнсө ҡаттағы фатирында ултыра, ҡапыл ошо ваҡытта уларҙың тәҙрәһен селпәрәмә килтереп ҡанға батҡан яланғас егет килеп инә», – тип яҙҙы социаль селтәрҙә урында йәшәгән ханым.
Телеканал мәғлүмәте буйынса, егет тәүлекләп ҡуртымға бирелгән фатирҙа булған. Ул дүртенсе ҡаттан подъезд түбәһенә һикергән һәм арҡан буйлап өҫкә үрмәләгән. Һуңынан ул өсөнсө ҡаттағы күрше тәҙрәнән осоп килеп ингән һәм кире сыҡҡан. Үҙенең йәшәгән фатирына трос буйлап инергә маташыу уңышһыҙ тамамланған. Егет тағы ла бер тәҙрәгә бәрелгән һәм, арҡан өҙөлөп, подъезд эргәһендәге автомобилдең өҫтөнә ҡолап төшкән.
http://www.bashinform.ru/news/1221472-v-ufe-po-dvoru-begal-okrovavlennyy-muzhchina-vypavshiy-iz-okna-mnogoetazhki/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика