06:31 (UTC+5), 04 Октябрь 2018

Өфөлә яңы тыуған сабыйҙың үлеменән һуң перинаталь үҙәктең неонатологын хөкөм итәләр

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 4 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/. Тәфтишселәр «Республика клиник перинаталь үҙәгендә» яңы тыуған сабыйҙың үлеме тураһында эш буйынса барлыҡ дәлилдәр йыйған. 28 йәшлек табип-неонатолог һөнәри бурысын тейешенсә башҡармауы һөҙөмтәһендә һаҡһыҙлыҡ буйынса үлемгә дусар итеүҙә ғәйепләнә.
Республика Тәфтиш комитеты мәғлүмәттәре буйынса, 2017 йылдың 13 февралендә 24 йәшлек ҡатын перинаталь үҙәккә бала табырға килгән. Өс көндән уның малайы тыуған, сабыйҙы дауалау өсөн табип-неонатологка тапшырғандар.
«Баланың ауыр тын алыуы сәбәптәрен ваҡытында билдәләмәү арҡаһында табип-неонатолог үпкә гипертензияһын асыҡламаған, был артабанғы дауалау алымдарын ҡулланыуҙың һөҙөмтәһеҙлегенә килтергән», — тип хәбәр иттеләр Рәсәй Тәфтиш комитетының Башҡортостан Республикаһы буйынса тәфтиш идаралығынан.
17 февралдә сабыйҙы реанимацияға күсергәндәр, бер тәүлектән һуң ул вафат булған. Ваҡытында квалификациялы медицина ярҙамы күрһәтелһә, малайҙы ҡотҡарырға мөмкин булыр ине, тип иҫәпләй тәфтишселәр.
Тиҙҙән суд ошо енәйәт эше буйынса ҡарар сығарырға тейеш.
http://www.bashinform.ru/news/1220106-v-ufe-posle-gibeli-novorozhdennogo-budut-sudit-neonatologa-perinatalnogo-tsentra/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика