05:50 (UTC+5), 03 Октября 2018

Башҡортостанда 27 йәшлек ир күрше ауылға киткән һәм юғалған

Ләйлә Аралбаева
ӨФӨ, 2018 йыл, 3 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Башҡортостанда 27 йәшлек Ғилман Ғәлимйән улы Усмановты эҙләйҙәр.
22 сентябрҙә ул Баймаҡ районының Сыңғыҙ ауылынан Мерәҫ ауылына документһыҙ һәм аҡсаһыҙ сығып киткән һәм шул ваҡыттан алып туғандары менән бәйләнешкә инмәгән. Уның телефоны 22 сентябрҙән һүнгән.
Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса ирҙе дүрт көн элек Мерәҫ ауылында күргәндәр, ләкин, ул өйҙәгеләр менән бәйләнешкә инмәгән.
Айырым билдәләре: буйы 180-185 сантиметр, йоҡа ҡара ветровка, джинсы һәм көл төҫөндә кроссовки кейгән, сәсе ҡара, күҙҙәре һоро, алдағы тештәре юҡ.
Яҡындары кемдәр уның ҡайҙа булыуы тураһында ниндәй ҙә булһа берәй мәғлүмәт белһә 020 (мобиль телефондар өсөн) һәм 8-927-082-06-95, 8-967-750-91-95 телефондары буйынса мөрәжәғәт итеүҙәрен һорай.
http://www.bashinform.ru/news/1219559-v-bashkirii-27-letniy-muzhchina-uekhal-v-sosednyuyu-derevnyu-i-propal/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика