07:21 (UTC+5), 28 Сентября 2018

Башҡортостанда эшсе токтан һуғылып үлгән

Рәсәйҙең Башҡортостан Республикаһы буйынса Тәфтиш комитеты
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 28 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. Стәрлетамаҡ район-ара тәфтиш бүлеге «Электр селтәрҙәре» муниципаль унитар предприятиеһы эшсеһенең үлем осрағы буйынса тәфтиш алды тикшереүе уҙғара. Төбәк Тәфтиш комитетының матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, 27 сентябрҙә көндөҙ ҡала предприятиеһы эшселәре Мариинский ауылы янында электр ярҙамсы станцияһын монтажлау эштәрен башҡарған. Сәғәт 3-тән һуң аҙаҡҡы бетон блокты нигеҙ аҫтына ҡуйған саҡта эшләп торған кран көйәнтәһе сымдарға тейгән, өҫтәүенә бетон блок һелкенә башлаған. 27 йәшлек егет уны ҡулдары менән тотоп алған һәм электр тогынан һуғылған. Ваҡиға урынына ашығыс ярҙам хеҙмәткәрҙәре килгән. Бер ни тиклем ваҡыттан һуң егет махсус машинала йән биргән.
«Тейешле тикшереү эштәре алып барыла. Суд-медицина эскпертизаһы тәғәйенләнгән. Рәсәй Федерацияһы Енәйәт кодексының 143-сө статьяһына (хеҙмәтте һаҡлау талаптарын боҙоу) ярашлы тәфтиш алды тикшереүе йомғаҡтары буйынса, ваҡиға сәбәптәрен асыҡлағандан һуң процессуаль ҡарар ҡабул ителә», — тип аңлатма бирҙеләр ведомствола.
http://www.bashinform.ru/news/1217731-v-bashkirii-stali-izvestny-podrobnosti-gibeli-rabotnika-ot-udara-elektrotokom/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика