09:24 (UTC+5), 25 Сентября 2018

Башҡортостанда бер ир үҫмерҙе үлтергән өсөн хөкөм алдына баҫа

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 25 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. Башҡортостан прокуратураһы «баланы үлтереү», «ике кешенең ғүмеренә ҡул һуҙыу», «иҫерек килеш автомобилгә идара итеү» статьялары буйынса Силәбе өлкәһендә йәшәгән 36 йәшлек иргә ҡарата асылған енәйәт эшенең ғәйепләү һығымтаһын раҫланы. Был хаҡта республика күҙәтеү ведомствоһының матбуғат хеҙмәтендә хәбәр иттеләр.
Тәфтишселәр фаразы буйынса, 2017 йылдың июлендә көндөҙ үҫмерҙәр Stells Flex маркалы мотоциклда Учалы районындағы күлгә ял итергә килә. Балыҡ тотоу базаһы ла ошонда урынлашҡан. База биләмәһе буйлап йөрөгәндә, уҡыусылар мотоцикл менән ғәйепләнеүсенең палаткаһы янынан ғына үтеп китә. Дуҫтары менән ял иткән ир, үҫмерҙәр минең тыныслығымды боҙҙо тип, уларҙы үлтермәксе була. Иҫерек ял итеүсе Volkswagen Passat автомобиленә ултыра һәм уларҙы эҙәрлекләй башлай.
«Ауыл-ара юлда балалар ултырған мотоциклды ҡыуып етеп һәм уларҙың мотошлемдары юҡлығын күреп, ғәйепләнеүсе автомобиле менән мотоциклдың артҡы өлөшөн төкөй, мотоцикл ергә ауа. Һуңынан ир быға тиклем рулдә ултырған, хәҙер иһә ерҙә ятҡан бала менән бергә мотоциклды ҡыйратыуын дауам итә», — тип хәбәр иттеләр Рәсәй Тәфтиш комитетының Башҡортостан буйынса тәфтиш идаралығының матбуғат хеҙмәтендә.
Иҫерек водителдең ғәйебе менән 13 йәшлек мотоциклсы — Силәбе өлкәһенең Мейәс районында йәшәүсе — үлемесле йәрәхәтләнә. Үҫмер ваҡиға урынында һәләк була. 12 йәшлек пассажир мотоцикл ултырғысынан сығып оса. Уның да һаулығына зыян килә.
Ир үҙ ғәйебен таныманы.
«Бынан алда ғәйепләнеүсе иҫерек килеш йөрөткән өсөн автомобиль менән идара итеү хоҡуғынан мәхрүм ителгән. Енәйәт эше ҡарау өсөн судҡа ебәрелгән», — тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Республикаһы прокуратураһында
.
http://www.bashinform.ru/news/1215991-v-bashkirii-muzhchina-predstanet-pered-sudom-za-ubiystvo-podrostka-mototsiklista/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика