08:00 (UTC+5), 25 Сентябрь 2018

Башҡортостанда 42 йәшлек ҡатын бал ҡорттарынан сағылып үлгән

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 25 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/. Фажиғә 21 сентябрҙә Башҡортостандың Әбйәлил районы Мәйгәште ауылында булған. Магнитогорскиҙан 42 йәшлек ҡатын урманда бәшмәк йыйып йөрөгәндә яңылыш ер аҫтында йәшәгән бал ҡорттарының ояһына баҫҡан. Тыныс һунар яратыусы бөжәктәрҙән сағылған.
«Беҙ үтеп бара инек, туғандарына ҡатынды машинаға һалырға ярҙам иттек. Ул иҫһеҙ ине, йөҙө күгәрә башлағайны. Эргәбеҙҙән үтеп барған ошо ауыл кешеләренең береһе зыян күргән ҡатындың ғаиләһен фельдшер пунктына алып китте», — тип яҙа verstov.info шаһиттарға һылтанма менән.
Һуңғараҡ 42 йәшлек ҡатын аллергик шоктан вафат булған.
Белешмә
Ер аҫтындә йәшәгән бал ҡорто — йышыраҡ ҡара төҫтә, ҡанаттары ҡуйы шәмәхә төҫөндә, башы ҡуйы-һоро. Оҙонлоғо 19 миллиметрға етеүе мөмкин. Ер аҫты бал ҡорттарының ҡырағай төрө тәрән өң ҡаҙырға ярата.
Әгәр ер аҫты бал ҡорто саҡһа, шунда уҡ сара күрергә кәрәк, сөнки ҡаяуында бик күп ағыу бар, шешенеүгә килтереүе ихтимал. Ҡаяуҙы пинцет менән һаҡ ҡына алырға, әгәр ул тәрәндә икән, тирегә баҫырға һәм һығып сығарырға кәрәк, шул рәүешле ағыуынан еңел генә ҡотолорға була. Бөжәк саҡҡан урынға спирт һөртөргә, өҫтөнә һалҡын компресс ябырға кәрәк. Мөмкин тиклем күберәк эсергә. Шешкән урынды шәкәр иретмәһе менән ыуырға мөмкин. Ер аҫты бал ҡортоноң ағыуында гистамин бар, шуға күрә ваҡытында гистаминға ҡаршы дарыу эсергә кәңәш ителә. Был ваҡытта алкоголле эсемлектәр ҡулланырға ярамай, сөнки токсиндар тиҙ генә организмға һеңә башлай, был иһә ауыр эҙемтәләргә килтереүе ихтимал.
Сығанаҡ: roypchel.ru.
http://www.bashinform.ru/news/1215900-v-bashkirii-42-letnyaya-zhenshchina-umerla-ot-ukusa-zemlyanykh-pchel/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика