08:00 (UTC+5), 17 Сентябрь 2018

Республикала йылғанан бала мәйетен сығарғандар

социаль селтәрҙәр
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 17 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. Башҡортостанда социаль селтәрҙәрҙә 32 йәшлек йәш әсәнең һәм уның бер йәшлек сабыйының хәбәрһеҙ юғалыуы тураһында мәғлүмәт баҫылып сыҡҡайны. 15 сентябрҙә ҡатын улы менән Бөрө районындағы ауылдан сығып киткән һәм юғалған.
Эҙләү эштәренә Эске эштәр министрлығының Бөрө районы буйынса полиция хеҙмәткәрҙәре йәлеп ителгән.
Бөгөн социаль селтәрҙә улар Ағиҙел йылғаһында һәләк булған тип яҙып сыҡтылар. Баланың кәүҙәһен сығарғандар, ә йәш әсә һаман табылмаған.
«Башинформ» агентлығы Рәсәй Тәфтиш комитетының Башҡортостан буйынса тәфтиш идаралығының матбуғат хеҙмәтенә ошо хәлгә аңлатма һорап мөрәжәғәт итте.
«Бәләкәй баланың мәйете табылған. «Үлтереү» статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған, ваҡиға сәбәптәре асыҡлана. Суд-медицина экспертизаһы тәғәйенләнгән. Оператив-эҙләү эштәре алып барыла», — тип хәбәр итте ведомство вәкиле.
http://www.bashinform.ru/news/1211883-v-bashkirii-iz-reki-izvlekli-trup-mladentsa/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика