10:19 (UTC+5), 17 Сентября 2018

Башҡортостанда бала дүртенсе ҡаттан ҡолап төшкән

автор
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 17 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. Башҡортостандың Ғафури районында бәләкәй бала менән бәхетһеҙ осраҡ булған. «Башинформ» агентлығына хоҡуҡ һаҡлау органдарындағы сығанаҡ хәбәр итеүенсә, уҙған ял көндәрендә ҡарауһыҙ ҡалған дүрт йәшлек малай москит селтәренә таянған. Конструкция сыҙамаған – бала дүртенсе ҡаттың тәҙрәһенән ҡолап төшкән. Малайҙы дауаханаға оҙатҡандар, ләкин ҡотҡара алмағандар. Алған йәрәхәттәрҙән бала вафат булған.
Рәсәйҙең Башҡортостан буйынса Тәфтиш комитеты тәфтиш идаралығының матбуғат хеҙмәтендә белдереүҙәренсә, әлеге осраҡ буйынса тәфтиш алды тикшереүе үткәрелә. Суд-медицина экспертизаһы тәғәйенләнгән. Ваҡиға сәбәптәре асыҡлана.
«Әгәр өйҙә бәләкәй балалар бар икән, тәҙрә ябыҡ йәки вертикаль рәүештә асыҡ булырға һәм асҡыс менән бикләнергә тейеш, — тип иҫкә төшөрә белгестәр ябай хеүефһеҙлек ҡағиҙәләре тураһында. — Балаларға тәҙрә тупһаһында уйнарға рөхсәт итергә ярамай, был уйнау урыны түгел. Уларҙы аҙ ғына ваҡытҡа ла ҡарауһыҙ ҡалдырмаҫҡа кәрәк. Бала тәҙрәне аса алмаһын өсөн, тәҙрәләргә блокираторҙар ҡуйыу зарур».
http://www.bashinform.ru/news/1211987-v-bashkirii-iz-okna-chetvertogo-etazha-vypal-rebenok-/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика