05:49 (UTC+5), 11 Сентября 2018

Башҡортостанда ҡотҡарыусылар бәшмәксене автомобилендә үле килеш тапҡан

автор
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 11 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. 9 сентябрҙә Краснокама районында Ағиҙел ҡалаһында йәшәгән 60 йәшлек ир бәшмәккә киткән һәм урманда юғалған. Уны эҙләү өсөн ҡотҡарыусылар төркөмө ебәрелгән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бәшмәксене автомобилендә үле килеш тапҡандар, тип хәбәр иттеләр Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетынан. Әлеге ваҡытта хоҡуҡ һаҡлау органдары ирҙең үлем сәбәбен асыҡлай.
Ҡотҡарыусылар тағы ла бер бәшмәксене эҙләүҙәре хаҡында хәбәр итә. Әбйәлил районының Ҡырҙас ауылынан 65 йәшлек Арыҫлан Хәлилов та 8 сентябрҙә урманға бәшмәккә киткән һәм юғалған.
Бәшмәк йыйыу осоро — авария-ҡотҡарыу хеҙмәте ҡотҡарыусылары өсөн тәбиғәттә аҙашҡандарҙы эҙләүҙең «ҡыҙыу мәле». Мәҫәлән, 9 сентябрҙә Дүртөйлө районы Эңгәсәк ауылы янында ике бәшмәксе: 33 йәшлек ир менән 36 йәшлек ҡатын юғалғайны. Бәхеткә күрә, ҡотҡарыусылар уларҙы тапҡан һәм юлда ҡалдырып киткән автомобилдәренә илтеп ҡуйған.
http://www.bashinform.ru/news/1209071-v-bashkirii-spasateli-nashli-gribnika-mertvym-v-ego-avtomobile/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика