10:24 (UTC+5), 11 Сентября 2018

Башҡортостанда хәбәрһеҙ юғалған 20 йәшлек Регина Басированы эҙләйҙәр

«Балаларҙы эҙләү-Өфө» төбәк йәмәғәт ойошмаһы төркөмө (Башҡортостан) Vk
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 11 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/.
Башҡортостанда полиция, ирекмәндәр һәм туғандары хәбәрһеҙ юғалған 20 йәшлек Регина Басированы эҙләй. «Балаларҙы эҙләү-Өфө» (Башҡортостан) төркөмө етәксеһе Павел Нестеров хәбәр итеүенсә, ҡыҙ 31 августа кискеһен Дәүләкәндән Өфөгә киткән һәм юғалған. Уның ҡайҙа икәнлеге әлегә тиклем билдәһеҙ. Ҡыҙҙың Үҙәк баҙар тирәһендә булыуы мөмкин, тигән фараз бар.
«Ҡыҙың Өфөлә, тигән шылтыратыу булды.Мин шунда уҡ такси менән баш ҡалаға юлландым. Уны күрҙем, ләкин ҡыҙым минән ҡаса башланы. Октябрь проспектында бер автобусҡа инеп ултырҙы, мин - уның артынан. Беҙ уның менән өс туҡталышты үттек. Унан ни өсөн үҙен шулай тотоуын, ни өсөн өйҙән сығып китеүен белергә тырыштым. Регина миңә ҡысҡыра, һин мине өйҙән ҡыуып сығарҙың, тип әйтә башланы. Аҙаҡ автобустан төшөп китте — мин уны ҡыуып етә алманым», — тип хәбәр итте ҡатын.
Уның һүҙҙәренсә, быға тиклем ҡыҙының ундай ҡылығы булмаған. Был хәл ҡыҙ Өфө ресторанына эшкә урынлашҡандан һуң башланған. Ҡыҙым насар компанияға эләккән, тип уйлай ҡатын. Ҡыҙға медицина ярҙамы талап ителеүе ихтимал.
Билдәләре: 16-18 йәштәрҙә, буйы 150 сантиметр, тығыҙ кәүҙәле, ҡара бөҙрә сәсле, һоро күҙле. Айырым билдәләре: ике яҡ сикәһе ҡырылған.
Ваҡ һүрәттәр төшөрөлгән аҡ кофта, күк джегинсы, ҡара кроссовка кейгән.
«Регинаның ҡайҙа икәнлеге тураһында мәғлүмәт белгән кешеләрҙе +7 (34768) 3-19-31, 102 (полиция), 8-919-141-20-71 (ҡыҙҙың әсәһе) телефондары буйынса шылтыратыуҙарын һорайбыҙ», — тип мөрәжәғәт итте ирекмәндәр.
http://www.bashinform.ru/news/1209314-v-bashkirii-razyskivaetsya-propavshaya-bez-vesti-20-letnyaya-regina-basyrova/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика