08:47 (UTC+5), 27 Августа 2018

Стәрлетамаҡтағы предприятиеларҙың береһендә электр һәм газ менән иретеп йәбештереүсе үлемесле йәрәхәтләнгән

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 27 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. 23 августа «Башҡортостан сода компанияһы» акционерҙар йәмғиәте цехтарының береһендә үткәргес торбала эштәр башҡарған 49 йәшлек иретеп йәбештереүсе 5 метрлыҡ бейеклектән ҡолап төшкән. Ир һәләк булған. Дәүләт хеҙмәт инспекцияһынан хәбәр итеүҙәренсә, тикшереү башланған.
Ведомство компанияла булған тағы бер бәхетһеҙ осраҡҡа бәйле хеҙмәтте һаҡлау талаптарын үтәүҙе тикшереүгә тотонған. 17 августа эш урынын ҡарап йөрөгән центрифуга аппаратсыһы алты метрлыҡ бейеклектән асыҡ уйымға ҡолаған. Эшсенең муйын умыртҡалары һынған.
Бына алда агентлыҡ быйыл республика ойошмаларында теркәлгән 10 бәхетһеҙ осраҡты тикшереүҙең тамамланыуы хаҡында хәбәр иткәйне. Шуларҙың береһендә эшсенең ғүмере өҙөлгән, туғыҙ осраҡта кешеләр ауыр йәрәхәттәр алған. Йыл башынан Башҡортостандың Дәүләт хеҙмәт инспекцияһы хеҙмәтте һаҡлау тураһында ҡануниәтте боҙоуҙың 740 осрағын асыҡлаған.
http://www.bashinform.ru/news/1201716-v-sterlitamake-na-odnom-iz-predpriyatiy-razbilsya-nasmert-elektrogazosvarshchik-/
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика