13:07 (UTC+5), 17 Августа 2018

Өфөнән 13 йәшлек ҡыҙҙар аҙғын полицейскийҙың ҡорбаны булған

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 17 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/.16 йәше тулмаған ҡыҙҙар менән аҙғынлыҡ ҡылыу, көсләү һәм өс енси мөнәсәбәткә инеү эпизоды. Сыуашстан Республикаһынан 28 йәшлек полицейский Рәсәй Енәйәт кодексының ошо өс статьяһы буйынса ғәйепләнә.
Яңыраҡ инспектор-кинологты Рәсәй Эске эштәр министрлығының Сахалин өлкәһе Макаров ҡала округы буйынса бүлегендәге эшенән бушатҡандар. Тәфтишселәр фекеренсә, 2016 йылдың октябренән 2017 йылдың ноябренә тиклем ул Өфө һәм Макаров ҡалаларында йәшәгән 13-15 йәшлек алты ҡыҙ менән яҙышып, үҙенең енси теләктәрен ҡәнәғәтләндерергә маташҡан.
«2016 йылдың ғинуарында 14 йәшлек ҡыҙға яҡынлыҡ ҡылырға тәҡдим иткән. Кире яуап алғас, уны көсләгән. 2017 йылда ғәйепләнеүсе 13 һәм 14 йәшлек ҡыҙҙарҙың ризалығы менән енси мөнәсәбәткә ингән», — тип аныҡлыҡ индерҙеләр Рәсәй Тәфтиш комитетының Сахалин өлкәһе буйынса тәфтиш идаралығының матбуғат хеҙмәтендә.
Тәфтишселәр барлыҡ дәлилдәрҙе йыйған һәм материалдарҙы судҡа ебәргән. Тиҙҙән экс-полицейскийға хөкөм ҡарары сығарылырға тейеш.
http://www.bashinform.ru/news/1198771-na-sakhaline-politseyskogo-obvinyayut-v-razvrashchenii-13-letnikh-devochek-iz-ufy/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика