09:53 (UTC+5), 16 Августа 2018

Башҡортостанда балалар баҡсаһы тәрбиәсеһенең кескәйҙәр менән ҡаты мөғәләмә итеүе асыҡланды

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 16 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлфиә Әғлиуллина/. Башҡортостанда балалар баҡсаһы тәрбиәсеһенең кескәйҙәр менән ҡаты мөғәләмә итеүе фашланды. Был хаҡта балалар ата-әсәһенә ҡайтып һөйләгәндән һуң билдәле булды. Ошо турала белеп ҡалған өлкәндәр хоҡуҡ һаҡлау органдарына мөрәжәғәт иткән.
Ишембай ҡалаһындағы «Күк сәскә» балалар баҡсаһының 45 йәшлек тәрбиәсеһе 11 бала менән ҡаты мөғәләмәлә булған. Мәҫәлән, көндөҙ йоҡлаған мәлдә һөйләшкән өсөн 5 йәшлек ҡыҙыҡайҙы этеп ебәргән, тегеһе башы менән карауатҡа бәрелгән, 6 йәшлек баланың башына йоҙроғо менән тондорған. Тыңламаған балаларҙы оҙаҡ ваҡытҡа йыуыныу бүлмәһенә бикләп ҡуйған.
Ишембай районы һәм Ишембай ҡалаһы буйынса мировой судья Рәсәй Федерацияһы Енәйәт кодексының 156-сы статьяһында ҡаралған енәйәт ҡылған өсөн тәрбиәсене 1,5 йылға холоҡ төҙәтеү эштәренә хөкөм итте. Уға ике йыл буйына педагогик эшмәкәрлек менән шөғөлләнеү тыйылған.
Ләкин хөкөм ителеүсе суд ҡарары менән ризалашманы һәм үҙен апелляция тәртибендә аҡлауҙы талап итте.
Ишембай ҡала суды прокуратураның тәрбиәсенең ғәйебе раҫланған икәнлеге тураһында дәлилдәр менән килеште һәм тәғәйенләнгән язаны көсөндә ҡалдырҙы.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика