13:01 (UTC+5), 15 Августа 2018

Башҡортостанда бер ир кеше ғүмерен ҡыйған, көсләгән һәм урлашҡан өсөн 14 йылға махсус режимлы колонияға оҙатылды

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 15 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/. Өс көн эсендә Башҡортостанда йәшәгән 28 йәшлек ир Енәйәт кодексының дүрт статьяһын боҙоп өлгөргән. Ике кешенең ғүмерен ҡыйған, баланы көсләгән һәм урлашҡан өсөн республиканың Ғафури район-ара суды уны 14 йылға махсус режимлы колонияға оҙатты.
Суд тикшереүе барышында 2017 йылдың 7 авгусында ирҙең Башҡортостандың Ғафури районында сит кешенең өйөнә инеп,18 мең һум аҡса урлауы асыҡланған. Икенсе көндө ул Талбазыла йоҡлап ятҡан танышын уятырға маташҡан. Иҫерек килеш уны быуаға ташлаған.
«Уныһы ваҡиға урынында йән биргән. Ирҙең оҙаҡ ҡына тауыш-тынһыҙ ятҡанын күргәс, енәйәтсе уның кәүҙәһен һыуҙан тартып сығарған һәм йөрәгенә массаж яһай башлаған», — тип аныҡлыҡ индерҙеләр судтың матбуғат хеҙмәтендә.
Уҙған йылдың 13 авгусында Дәүләкән районының Бик-Ҡарамалы ауылында 28 йәшлек енәйәтсе бер ирҙе туҡмап үлтергән. Шул уҡ көндә ул баланы көсләгән.
Тикшереү барышында ул ғәйебен таныған, ләкин судта унан баш тартҡан. Ғәйепләнеүсенең үтенесе буйынса енәйәт эшен өс суд ҡараған.
http://www.bashinform.ru/news/1197812-zhitel-bashkirii-otpravilsya-v-koloniyu-osobogo-rezhima-na-14-let-za-dvoynoe-ubiystvo-iznasilovanie-/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика