Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
91.82
+0.7
98.95
+0.64
83.88
+0.3
7+ °C
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Хәл-ваҡиғалар
13 Август 2018, 15:02

Мәскәү өлкәһендә Стәрлетамаҡтан тәжрибәле парашютсы бинаға бәрелеп һәләк булған – видео

ӨФӨ, 2018 йыл, 13 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/. Фажиғә 9 августа Мәскәү өлкәһендә теркәлгән. Стәрлетамаҡтан 36 йәшлек тәжрибәле парашютсы Александр Волков, Рәсәй Тәфтиш комитетының яҡынса мәғлүмәттәре буйынса, боролош бейеклеген билдәләгәндә хата ебәргән.
«Спортсы Большое Грызлово аэродромы бинаһына барып бәрелгән. Ул урында һәләк булған», — тиелә Рәсәй Тәфтиш комитетының рәсми белдереүендә.
Әле тәфтишселәр ваҡиға шаһиттарынан һәм аэродром етәкселегенән һорау ала. Парашютсыны тыуған Башҡортостанында ерләнеләр.
http://www.bashinform.ru/news/1196675-v-podmoskove-pogib-opytnyy-parashyutist-iz-sterlitamaka-vrezavshis-v-zdanie-video-/
Читайте нас: