09:59 (UTC+5), 09 Августа 2018

Өфөлә һигеҙ йәшлек малай тарзанканан һикереп, умыртҡа һөйәген һындырған

ӨФӨ, 2018 йыл, 9 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Өфөлә һигеҙ йәшлек малай тарзанканан һикереп, умыртҡа һөйәген һындырған. Ғәҙәттән тыш хәл популяр парктарҙың береһендәге күңел асыу үҙәгендә булған.
Ергә түшәлгән маттарға ҡарамаҫтан, малай уңышһыҙ ҡолаған. Уны тиҙ ярҙам машинаһында балалар дауаханаһына оҙатҡандар. Бында малайға рентген һәм компьютер томографияһы эшләгәндәр. Тикшергәндән һуң умыртҡа һөйәге һыныуы раҫланған.
Һауығыу өсөн ярайһы уҡ оҙайлы ваҡыт кәрәк. Әле бала түшәктә ята һәм үҙаллы йөрөй алмай.
«Ошо осраҡ буйынса Рәсәйҙең Башҡортостан буйынса Тәфтиш комитетының тәфтиш органдары Рәсәй Енәйәт кодексының 238-се статьяһында ҡаралған енәйәт билдәләре буйынса тәфтиш алды тикшереүен ойошторған. Әлеге ваҡытта ваҡиға сәбәптәре һәм ошо хәлдең шаһиттары асыҡлау бара. Тикшереү һөҙөмтәләре буйынса процессуаль ҡарар ҡабул ителергә тейеш», — тип аңлатма бирҙеләр Башҡортостан буйынса Тәфтиш комитетында.
«Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһы хәбәр итеүенсә, хәүефле аттракцион һаман эшләй. Парк етәкселеге малайҙың әсәһе алдында ғәфү үтенергә һәм уны дауалауға, реабилитациялауға сығымдарҙы үҙ өҫтөнә алырға йыйына.
http://www.bashinform.ru/news/1195279-v-ufe-vosmiletniy-malchik-v-rezultate-pryzhka-s-tarzanki-slomal-pozvonochnik/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика