05:57 (UTC+5), 09 Август 2018

Башҡортостанда бер ирҙе йәшен һуғып үлтергән

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 9 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. Башҡортостандың Балаҡатай районында 8 августа көндөҙ урындағы халыҡ ғәрәсәттән зыян күргән. Республика Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, бәхетһеҙ осраҡ бесән сапҡан саҡта теркәлгән — Атарша ауылында йәшәгән бер ирҙе йәшен һуғып үлтергән. Уның менән бергә булған Үрге Үтәш ауылы кешеһе әле дауаханала ята.
Августа йышайған дауыл хаҡында иҫкәртеүҙәргә бәйле ведомство йәшенләп ямғыр яуғанда хәүефһеҙлек сараларын үтәргә саҡыра.
«Асыҡ урында һәм һыу янында тормағыҙ. Телефондан һөйләшмәгеҙ, йәшен уты ҡайһы берҙә бағаналар араһында һуҙылған сымдарға эләгә. Йәшен ваҡытында электр сымдарына, антеннаға яҡын бармағыҙ, тәҙрә эргәһенән ситкәрәк китегеҙ, мөмкин булһа, телевизорҙы, радионы һәм башҡа электр приборҙарын һүндерегеҙ. Урманда саҡта тәпәш ағастар араһына йәшенегеҙ. Автомобилдә китеп барғанда йәшен йәшнәй башлаһа, унан сыҡмағыҙ, радиоалғыс антеннаһын төшөрөгөҙ», — тип иҫкәрттеләр дәүләт комитетында.
http://www.bashinform.ru/news/1195317-zhitelya-bashkirii-ubilo-udarom-molnii-/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика