06:52 (UTC+5), 08 Августа 2018

Стәрлетамаҡта хөкөм алдына баҫҡан бала ҡараусы тәүгә сабыйға ҡул күтәреүе хаҡында һөйләне

«Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһы видеоһы скриншоты
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 8 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлфиә Әғлиуллина/. Стәрлетамаҡта кескәйҙәр менән ҡаты мөғәмәлә итеүҙә ғәйепләнгән бала ҡараусыға ҡарата суд процесы дауам итә. Стәрлетамаҡ ҡала судындағы сираттағы ултырыш ваҡытында ул журналистарға үҙенең ныҡ ҡайғырыуы хаҡында һөйләне.
«Үкенәм, әлбиттә. Был - минең эшем. Мин балаларҙы шул хәтле аңлай торғайным. Хәҙер ейәнемдең янына ла килергә ҡурҡам. Бындай хәл булғас, тимәк, мин балаларға яҡын бара алмайым», — тине ғәйепләнеүсе.
Урындағы cityopen.ru яңылыҡтар порталы мәғлүмәте буйынса, ғәйепләүсе ҡатын өсөн максималь яза биреүҙе һорай, был иһә һәр статья буйынса алты һәм ете йыл. Бынан тыш, ғаилә әхлаҡи һәм матди зыянды ҡаплауҙы талап итә, һәр эпизод буйынса яҡынса 400 мең һум. Ошо эш буйынса киләһе ултырыш 15 августа үтергә тейеш.
«Башинформ» агентлығы алдан хәбәр иткәнсә, урында йәшәгән 44 йәшлек ханым ҡалалағы ғаиләләрҙең береһенә һигеҙ айлыҡ сабыйҙы ҡараусы булып урынлаша. Күпмелер ваҡыттан һуң әсә баланың ҡолағы тирәһе күгәргәнен күреп, фатирға видеокүҙәтеү камераһын ҡуя. Видеояҙманы ҡарау ата-әсәнең шиген раҫлай — ҡатын көн дауамында балаға бер нисә тапҡыр һуға. Сабыйҙың илауына асыуланып, ул уға ҡул күтәрә һәм мендәр менән битен ҡаплай.
Тәфтишселәр ошо бала ҡараусынан тағы ла бер сабыйҙың зыян күргәнен асыҡланы.
Ғәйепләнеүсе үҙ ғәйебен өлөшләтә таныны. Прокуратура енәйәт эшен артабан ҡарау өсөн судҡа ебәрҙе.
http://www.bashinform.ru/news/1194847-podsudimaya-nyanya-iz-sterlitamaka-vpervye-rasskazala-ob-izbienii-malysha/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика