Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
81.14
-0.88
92.22
-1.03
67.96
+2.11
22+ °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Хәл-ваҡиғалар
7 Август 2018, 15:32
Республикала 34 йәшлек өс бала әсәһе тыуған көнөнән һуң ғәйеп булған
социаль селтәрҙәр
ӨФӨ, 2018 йыл, 7 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/. 2018 йылдың 30 июлендә Стәрлетамаҡта йәшәгән Наталья Фәйзуллина 34-се тыуған көнөн билдәләгәндән һуң ике көн үткәс хәбәрһеҙ юғалған. Натальяны эҙләүҙәре тураһында туғандары социаль селтәрҙә яҙҙы.
«1 августа эшенән һуң өйөнә ҡайтып китте, ләкин һаман юҡ. Ире менән һуңғы тапҡыр шул көндә бәйләнешкә сыҡҡан. Шунан бирле Натальяның кеҫә телефоны яуап бирмәй, — тине яҡындары. — Өйөндә уны өс балаһы көтә».
Наталья Фәйзуллинаны күргән йәки уның ҡайҙа икәнлеген белгәндәрҙе 8-987-614-75-96 телефоны буйынса йәки полицияға шылтыратыуҙарын һорайҙар — 02,102.
http://www.bashinform.ru/news/1194537-v-bashkirii-posle-dnya-rozhdeniya-bez-vesti-propala-34-letnyaya-mat-troikh-detey/
Теги:
башҡортостанда юғалған кешеләрҙе эҙләү
Читайте нас: