12:23 (UTC+5), 01 Августа 2018

Өфөнән бер ҡатын күкрәгенә пластик операция яһатҡандың өсөнсө тәүлегенә вафат булған

асыҡ сығанаҡтарҙан
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 1 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/. Хабаровскиҙа Өфөлә йәшәгән ҡатындың үлеменән һуң «Профессиональ бурыстарын тейешенсә үтәмәү һөҙөмтәһендә һаҡһыҙлыҡ буйынса үлемгә дусар итеү» статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылды.
Рәсәй Тәфтиш комитетының Алыҫ Көнсығыш транспортта тәфтиш идаралығы мәғлүмәттәре буйынса, июлдә яҡташыбыҙ Хабаровскиҙа пластик хирург бысағы аҫтына ята һәм маммопластика эшләй. Өс көндән урындағы клиника пациенты реанимацияла яҡты донъя менән хушлаша. Уны операциянан һуң шунда күсергән булғандар.
«Бер нисә экспертиза тәғәйенләнгән, медицина документтары тартып алынған. Тикшереү барышында табиптарҙың эшенә комплекслы баһа биреү ҡаралған», — тип аныҡлыҡ индерҙеләр ведомствоның матбуғат хеҙмәтендә.
Был Өфөлә йәшәгән гүзәл заттарыбыҙ менән булған тәүге үлем сорағы түгел. 33 йәшлек ҡатын күкрәген ҙурайтыу буйынса операциянан һуң бер нисә көн үткәс вафат булғайны.
http://www.bashinform.ru/news/1192354-ufimka-umerla-na-treti-sutki-posle-plasticheskoy-operatsii-na-grud-/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика