12:00 (UTC+5), 27 Июля 2018

Башҡортостанда 12 кеше һәләк булған реабилитация үҙәгенең элекке хужаһына 12 йылға тиклем иреклектән мәхрүм итеү янай

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Әлфиә Әғлиуллина
ӨФӨ, 2018 йыл, 27 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлфиә Әғлиуллина/. 12 кеше һәләк булған реабилитация үҙәгенең элекке хужаһына 12 йылға тиклем иреклектән мәхрүм итеү янай. Бөгөн, 27 июлдә, Башҡортостан прокуроры урынбаҫары Виктор Логинов «Булышлыҡ итеү» социаль яраҡлашыу үҙәгендә янғын тураһындағы енәйәт эше буйынса дәүләт ғәйепләүен хупланы. Енәйәттең ауырлығын һәм эҙемтәләрҙе иҫәпкә алып, прокурор урынбаҫары ғәйепләнеүселәргә дөйөм режимдағы холоҡ төҙәтеү колонияһында 12 йылға иреклектән мәхрүм итеү язаһы бирергә тәҡдим итте.
Дәүләт ғәйепләүсеһе шулай уҡ өс йылға реабилитация өлкәһендә хеҙмәттәр күрһәтеү һәм янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен үтәүҙе тәьмин итеү буйынса контролдә тотоу менән бәйле эшмәкәрлек менән шөғөлләнеүҙе тыйырға тәҡдим итте.
Башҡортостан Прокуратураһының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, ойошманың элекке ҡушма ойоштороусыһы һәм президенты Рәсәй Федерацияһы Енәйәт кодексының 238 статьяһының 3-сө бүлеге (ҡулланыусыларҙың ғүмере һәм һаулығы именлеге талаптарына яуап бирмәгән хеҙмәттәр күрһәтеү) һәм 219-сы статьяның 3-сө бүлеге (һаҡһыҙлыҡ буйынса ике йәки унан күберәк кешене үлтереүгә килтергән янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен боҙоу) менән ҡаралған енәйәттәрҙе ҡылыуҙа ғәйепләнә.
Янғын 2016 йылдың мартында ишеге бикле бинала электр сымы төҙөкһөҙ булыу сәбәпле килеп сыҡҡан. Ут тиҙ арала бинаға таралған. Һөҙөмтәлә реабилитация үҙәгенең 12 пациенты, шул иҫәптән ике ҡатын, һөрөм еҫенән ағыуланып үлгән.
Ғәйепләнеүсе енәйәт ҡылыуҙа ғәйебен танымаған.
http://www.bashinform.ru/news/1190703-byvshemu-vladeltse-reabilitatsionnogo-tsentra-gde-pogibli-12-chelovek-grozit-12-let-lisheniya-svobod/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика