07:25 (UTC+5), 25 Июля 2018

Башҡортостанда балалар лагерында 12 йәшлек малайҙы йәрәхәтләү осрағы буйынса тикшереү бара

асыҡ сығанаҡтарҙан
Наталья Овчарук
ӨФӨ, 2018 йыл, 25 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/. Башҡортостанда төбәк Тәфтиш комитеты 22 июлдә «Фестиваль» балалар сәләмәтләндереү лагерында булған хәл менән ҡыҙыҡһынған. Тикшереү эше уҙғарыла.
«Көндөң икенсе яртыһында бер малай башҡа балалар менән лагерҙың бүлмәһендә булғанда тиҫтерен мыҫҡыллай башлаған. Һуңғыһы, мыҫҡыллауға түҙә алмай, ҡулы менән бер нисә тапҡыр рәнйетеүсегә һуҡҡан, һуңынан, ике ҡатлы карауаттың таянғысында бәүелеп уны аяғы менән этәргән. Һөҙөмтәлә малай башы менән стенаға һуғылған һәм уның ябыҡ формала баш һөйәге мейеһе йәрәхәтләнгән һәм еңелсә баш мейеһе имгәнгән», — тип булған хәлде күҙ алдына килтерҙе тәфтишселәр.
Зыян күреүсене дауаханаға алып киткәндәр, һуңынан өйөнә ҡайтарғандар. Хәҙер ул өйҙә ата-әсәһе эргәһендә. Тикшереү эшенән һуң Башҡортостан буйынса Тәфтиш комитеты эш асыу тураһында ҡарар ҡабул итәсәк.
http://www.bashinform.ru/news/1189453-v-bashkirii-provodyat-dosledstvennuyu-proverku-po-faktu-travmirovaniya-12-letnego-malchika-v-detskom/
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика