Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
81.14
0
92.22
0
67.08
-0.88
14+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хәл-ваҡиғалар
24 Июль 2018, 14:50

Башҡортостанда башы ярылған 12 йәшлек малайҙы балалар лагерынан алып килгәндәр

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
ӨФӨ, 2018 йыл, 24 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/. Ғәҙәттән тыш хәл 22 июлдә Башҡортостандың Ҡырмыҫҡалы районында булған. Балалар лагерында ике үҫмер һуғышҡан: 12 йәшлек малай зыян күргән.
Хоҡуҡ һаҡлау органдарында үҙ сығанағына һылтанып, «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһы хәбәр итеүенсә, мәктәп уҡыусыһының соңҡа һөйәге һынған һәм башҡа яралары бар. Баланы Өфө дауаханаһына алып килгәндәр.
Хәҙер килеп сыҡҡан хәлде компетентлы органдар тикшерә.
http://www.bashinform.ru/news/1188916-v-bashkirii-12-letniy-malchika-privezli-iz-detskogo-lagerya-s-razbitoy-golovoy/
Автор:Наталья Овчарук
Читайте нас: