Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
81.14
0
92.22
0
67.96
+2.11
24+ °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Хәл-ваҡиғалар
24 Июль 2018, 11:00
Башҡортостанда ҡатын һәм ике бәләкәй бала үлгән яңғырашлы юл-транспорт ваҡиғаһында ғәйепле кешегә колония-ауылда ике йыл бирелгән
БР буйынса ЮХХДИ
ӨФӨ, 2018 йыл, 24 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлфиә Әғлиуллина/. Ошо көндәрҙә Благовещен районы суды 31 йәшлек Өфөлә йәшәүсе иргә ҡарата хөкөм сығарҙы. Ир кеше Рәсәй Енәйәт кодексының 264-се статьяһының 5-се бүлеге (һаҡһыҙлыҡ буйынса өс һәм унан күберәк кешене үлтереүгә һәм кеше һаулығына ҡаты зыян килтереүгә сәбәпсе булған юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоу) менән ҡаралған енәйәт ҡылыуҙа ғәйепле тип танылды.
Ағымдағы йылдың мартында көндөҙ ир кеше «ВАЗ-217030» автомобилендә Өфө – Яңауыл юлы буйлап китеп барған. Юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоп, ул машинаны уҙыу өсөн ҡаршы һыҙатҡа сыҡҡан, унда «Iveco Stralis» маркалы ауыр йөк машинаһы менән бәрелешкән.
Еңел машинала ултырған 32 йәшлек ҡатын һәм йәш ярымлыҡ ике бала ваҡиға урынында вафат булған. Тағы ла бер 27 йәшлек пассажир ауыр йәрәхәттәр менән дауаханаға оҙатылған. Авариянан һуң ул оҙаҡ ваҡыт аңһыҙ ятҡан һәм хәтерен юғалтҡан.
Башҡортостан Прокуратураһының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенссә, ғәйепләнеүсе енәйәт ҡылыуын таныған. Суд уны ике йылға транспорт саралары менән идара итеү менән бәйле эшмәкәрлек менән шөғөлләнеү хоҡуғынан ҡалдырып, колония-ауылда ике йылға иреклектән мәхрүм итте.
http://www.bashinform.ru/news/1188970-vinovnik-rezonansnogo-dtp-v-bashkirii-v-kotorom-pogibli-zhenshchina-i-dvoe-maloletnikh-detey-poluchi/
Автор:
Әлфиә Әғлиуллина
Теги:
башҡортостан прокуратураһы
юл-транспорт ваҡиғаһы
Читайте нас: