05:40 (UTC+5), 17 Июля 2018

Башҡортостанда ике йәшлек бала тамағына виноград тығылып үлгән

Ксения Калинина
Наталья Овчарук
ӨФӨ, 2018 йыл, 17 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/. Бәхетһеҙ осраҡ Башҡортостанда үткән ял көндәрендә булған. 14 июлдә ике йәшлек бала виноград ашаған. Бер мәл баланың тамағына һөйәк тығылып, тонсой башлаған, тип хәбәр итә Башҡортостан дәүләт телерадиокомпанияһы. Ваҡиға урынына килгән медицина хеҙмәткәрҙәре баланың үлемен билдәләгән. Фажиғә сәбәптәренең теүәллеген хәҙер компетентлы органдар асыҡлай.
Бала сәсәһә нимә эшләргә?
Бала сәсәһә, тәү сиратта һуларға ҡамасаулаған нәмәне сығарырға, тын алыуҙы тергеҙергә кәрәк. Сабый үҙаллы йүткереп сығара алмаһа, ауыҙын асып, тел төбөнә ҙур бармаҡ менән баҫып, ҡоҫторорға була. Баланың тамағына торған әйберҙе йәки аҙыҡты күреп йә иһә тотоп булһа, ауыҙынан бармаҡ менән сығарып ҡарарға мөмкин. Ауыҙҙан сит нәмәне сығарғанда һаҡ булырға кәрәк. Быны сит әйберҙе баланың тамағына төпкәрәк этәреп ҡуймауҙа ныҡлы ышанғанда ғына эшләргә була.
Сит әйберҙе бармаҡ менән йәки йүткереп сығарып булмаһа, шунда уҡ ашығыс ярҙамды саҡырырға кәрәк (иң яҡшыһы, бер кеше табипты саҡыра, ә икенсеһе балаға ярҙам күрһәтә).
http://www.bashinform.ru/news/1186904-v-bashkirii-pogib-dvukhletniy-malysh-podavivshis-vinogradom/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика