12:50 (UTC+5), 16 Июля 2018

Стәрлетамаҡ мәктәбенә һөжүм иткән үҫмерҙе тикшереү өсөн Мәскәүгә ебәрәләр

социаль селтәрҙәр
Әлфиә Әғлиуллина
ӨФӨ, 2018 йыл, 16 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлфиә Әғлиуллина/. Стәрлетамаҡта урындағы мәктәптәрҙең береһендә класташтарына һәм уҡытыусыһына бысаҡ менән ташланған үҫмерҙе тәфтишселәр Мәскәүгә ебәрә. «Тикшереү аҫтындағы кешене берҙәйлеккә психиатрия тикшереүе уҙғарыу өсөн Мәскәүгә ебәрәләр. Малайҙы Сербский исемендәге милли психиатрия һәм наркология медицина тикшеренеүе үҙәге белгестәре ҡараясаҡ», — тип хәбәр итте «РИА Яңылыҡтар» агентлығына Рәсәй Тәфтиш комитетының төбәк буйынса тәфтиш идаралығы вәкиле.
18 апрелдә иртән коррекция мәктәбе уҡыусыһы класташтары ултырған информатика кабинетына инеп, үҙе менән килтергән бысаҡ менән бер уҡыусының ҡулын киҫкән, уҡытыусыны сәнскән. Һуңынан яныусан матдәне һибеп, ут тоҡандырған һәм үҙен яралаған. Янғындан бер кем дә зыян күрмәгән. Янғын сигнализацияһы эшләгәс, икенсе ҡаттағы кластарҙың береһенән уҡыусы ҡыҙ ҡурҡышынан тәҙрәнән һикергән. Үҫмерҙе һәм зыян күреүселәрҙе дауаханаға оҙатҡандар. 20 апрелдә иртән бөтәһен дә дөйөм палаталарға күсергәндәр.
Башҡортостандың Тәфтиш комитеты ваҡиға буйынса «Ике һәм унан күберәк кешене үлтермәксе булыу» һәм «Иғтибарһыҙлыҡ» статьялары буйынса ике енәйәт эше ҡуҙғатҡан. Стәрлетамаҡтағы хәл быйыл Рәсәйҙә һигеҙенсе оҡшаш осраҡ булды.
http://www.bashinform.ru/news/1186656-podrostka-napavshego-na-shkolu-v-sterlitamake-etapiruyut-v-moskvu-dlya-ekspertizy/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика