16:00 (UTC+5), 16 Июля 2018

Республикала осраҡлы кеше һыуҙа батып барған ғаиләне ҡотҡарған

Гөлфиә Акулова
ӨФӨ, 2018 йыл, 16 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Башҡортостандағы райондарҙың береһендә осраҡлы кешеләр тиҙ һәм булдыҡлы ярҙам менән һыуҙан тотош бер ғаиләне ҡотҡарған. Был хәл ай башында Ғафури районының Туғай ауылында булған. Бәхетле ҡотҡарыу тураһында урындағы «Йондоҙ» гәзите яҙған.
Егән йылғаһына ял итергә килгән ике балаһы менән ҡатын бер мәл бата башлаған. Батып барған балаларға ярҙамға осраҡлы рәүештә машинаһында үтеп барған Красноусол ауылынан Фәйзулла Ғайбуллаев килгән. Һыу инеү камераһы ярҙамында ул балаларҙы яр буйына сығарған. Ә бына ҡатын күренмәгән. 62 йәшлек урындағы йәшәүсе Фәрит Йосопов зыян күреүсенең кәүҙәһен текә ярҙан алыҫ түгел ерҙә, йылға ағымынан аҫтараҡ күреп ҡалған. Пенсионер һыуға ырғыған, ҡатынды сығарып, беренсе медицина ярҙамы күрһәтә башлаған.
«Һыуҙы организмдан сығарыу өсөн барыһын да эшләнек. Йөрәгенә массаж, яһалма һулыш эшләнек, аяҡ-ҡулдарын ыуҙыҡ һәм башҡа алымдар ҡулландыҡ. Аңһыҙ хәлдә булһа ла, ҡатын менән һөйләштек. Уны йәшәргә, балалары өсөн йәшәргә саҡырҙыҡ, — тип хәтеренә төшөрә ир шул көндәге ауыр ваҡиғаларҙы. — Йәшәү билдәһе бирә башлағас, ниһайәт, ҙур еңеллек менән тын алдыҡ».
Ҡатынды Красноусол район дауаханаһына һалғандар, уның хәле тотороҡло.
Пенсионер Фәрит Йосопов үҙен батыр тип һанамай. Был осраҡта уның урынында теләһе кем шулай эшләр ине, ти. Ул тик таныш түгел, көслө ағым булған ерҙә һыу инергә ҡарар иткән вайымһыҙ кешеләргә генә аптырай.
http://www.bashinform.ru/news/1186477-v-bashkirii-ochevidtsy-spasli-iz-vody-tonushchuyu-semyu/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика