05:15 (UTC+5), 16 Июля 2018

Башҡортостанда 6 йәшлек һеңлеһен көсләүҙә ғәйепләнеүсе 14 йәшлек үҫмерҙе эҙләйҙәр

сығанаҡ
Наталья Овчарук
ӨФӨ, 2018 йыл, 16 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/. Ҡот осҡос хәл Иглин районының Оло Теләк ауылында булған. Унда, ғариза биреүсенең һүҙҙәре буйынса, 14 йәшлек үҫмер алты йәшлек һеңлеһен көсләгән. Ошо хаҡта «Башинформ» агентлығына үҙ сығанағы хәбәр иткән. Бәлиғ булмаған енәйәтсе бер нисә ай дауамында туғандарын һәм яҡындарын ҡурҡытып йөрөгән, ә уҙған көндәрҙә ошо енәйәтте ҡылған.
Хәҙер үҫмерҙе полиция хеҙмәткәрҙәре һәм тәфтишселәр эҙләй. Раҫланмаған мәғлүмәттәр буйынса, «Көсләү» статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған. Республикалағы Эске эштәр министрлығының шәхси составы бәлиғ булмағын енәйәтсене эҙләүгә тотонған. Уҙған көндәрҙә үҫмерҙең велосипедта Силәбе өлкәһенә юлланғаны тураһында мәғлүмәт булды. Башҡортостан Тәфтиш комитетының матбуғат хеҙмәтендә был мәғлүмәтте раҫламанылар, әммә кире лә ҡаҡманылар.
Фотолағы егетте күргәндәрҙе йәки ҡайҙа булыуын белгәндәрҙе 8 (34795) 2-14-94, 8-999-741-11-69, 8-906-372-56-73, 8-963-898-88-18 йәки 02, 102 телефондары буйынса мөрәжәғәт итеүҙәрен һорайҙар.
http://www.bashinform.ru/news/1186339-v-bashkirii-razyskivayut-14-letnego-podrostka-podozrevaemyy-v-iznasilovanii-6-letney-sestrenki/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика