10:15 (UTC+5), 13 Июля 2018

«Әлегә яңылыҡтар юҡ»: Башҡортостанда 12-се көн 24 йәшлек Илгиз Аҡмырҙинды эҙләйҙәр

социаль селтәрҙәр
Эльмира Сабирова
ӨФӨ, 2018 йыл, 13 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. 2 июлдә Сибайҙа 24 йәшлек Илгиз Аҡмырҙин юғалған. Егет эштәре буйынса С 833 РУ һанлы аҡ төҫтәге «Лада Ларгус» автомобиленә ултырып сығып киткән.
Уның ағаһы Рөстәм һөйләүенсә, Илгиз бәйләнешкә сығыуҙан туҡтағас та туғандары борсола башлаған. Башта улар ғариза менән Сибай полицияһына мөрәжәғәт иткән, енәйәти эҙләү бүлеге шунда уҡ эҙләнеүгә ҡушылған. Йәш кешенең Магнитогорскиға сығып китеүе ихтимал. Әммә унда хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре Илгизде эҙләүҙән баш тартҡан. Ә бына Силәбе өлкәһенең Агаповка районында ғаризаны ҡабул иткәндәр һәм эҙләй башлағандар, сөнки ҡайһы бер шаһиттарҙың мәғлүмәте буйынса, нәҡ унда һуңғы тапҡыр Илгиздең машинаһын күргәндәр.
Яҡындары автомобилендә видеорегистраторы булған һәм 2 июлдән үрҙә аталған тораҡ пункттарынан үткән водителдәргә мөрәжәғәт иткән. Видеорегистраторға юғалған автомобилдең төшөрөлөүе мөмкин. Әммә, Рөстәм билдәләүенсә, әлегә бер ниндәй яңылыҡ юҡ, эҙләнеүҙәр дауам итә.
Аҡмырҙин Илгиз Хөрмәт улы, 1994 йылда тыуған, төҫкә 25-26 йәшлек, мыҡты кәүҙәле, ҡара сәсле, һоро күҙле, буйы 178 сантиметр. Юғалған көндө джинсы шорты, күкһел-ҡара футболка кейгән. С 833 РУ һанлы аҡ төҫтәге «Лада Ларгус» автомобилен йөрөтә.
Рөстәм берәй төрлө мәғлүмәт белгәндәрҙе «Бәйләнештә» селтәрендә йәки 8-929-756-55-77 телефоны буйынса мөрәжәғәт итеүҙәрен һорай.
http://www.bashinform.ru/news/1186036-poka-novostey-net-v-bashkirii-12-yy-den-ishchut-24-letnego-ilgiza-akmurzina/
1 из 2
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика