12:00 (UTC+5), 10 Июль 2018

Башҡортостанда авария өс егеттең ғүмерен өҙҙө: белгестәр фажиғә сәбәптәрен асыҡлай

Эльмира Сабирова
ӨФӨ, 2018 йыл, 10 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. 9 июлгә ҡарата төндә Башҡортостанда Мишкә ауылында үлемесле авария булған, һөҙөмтәлә өс егет кеше һәләк булған.
«Башинформ» агентлығына хәбәр итеүҙәренсә, юл-патруль хеҙмәте инспекторы илебеҙҙә етештерелгән автомобилдең туҡтауын талап иткән, әммә «Лада Приора» автомобиле был талапты инҡар итеп, киреһенсә, газға баҫҡан. Шунда патруль машинаһы уның артынан төшкән. Һөҙөмтәлә «Лада Приора»ның водителе идара итеүҙе юғалтып, канауға осҡан, машина бер нисә тапҡыр әйләнеп сыҡҡан.
Әлеге ваҡытта авария сәбәптәре асыҡлана, белгестәр бөтә кәрәкле эштәрҙе башҡарған, шул иҫәптән алкоголь барлығын тикшереү өсөн ҡан алынған.
Әйләнгән машинала биш кеше ултырған. Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, водителдең хәле яҡшы, алғы ултырғыста ултырған ҡыҙ дауаханала, ә бына башҡа өс пассажир һәләк булған. Уларҙың берәүһенең йәш ҡатыны һәм бер йәшлек улы ҡалған, ә икенсеһенә августа 25 йәш тулыр ине.
Яҡындарының хәтирәләре буйынса, егеттәр дуҫтар, күршеләр булған, армияла хеҙмәт иткәндәр, эшләп йөрөгәндәр. Игорҙе бөгөн ерләнеләр, Артемды шаршамбы, 11 июлдә, ер ҡуйынына тапшыралар, Максимды – кесе йома, 12 июлдә, тип һөйләне ауылдаштары.
http://www.bashinform.ru/news/1184873-avariya-v-bashkirii-unesla-zhizni-trekh-molodykh-lyudey-prichiny-tragedii-vyyasnyayut-eksperty/
1 из 2
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика