11:30 (UTC+5), 06 Июль 2018

Башҡортостанда йылғанан ун йәшлек баланың кәүҙәһен сығарҙылар

автор
автор
Ксения Калинина
ӨФӨ, 2018 йыл, 6 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. Башҡортостандың Мәсетле районында мәктәп уҡыусыһы менән һыуҙа сираттағы бәхетһеҙ осраҡ булған. «Башинформ» агентлығына төбәк Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, 4 июлдә кискеһен дежур хеҙмәтенә Аҡа йылғанда 2008 йылда тыуған малайҙың һыуға батып үлеүе тураһында мәғлүмәт килгән.
Бала һыуҙа ял өсөн йыһазландырылмаған «ҡырағай» пляжға һыу инергә барған.
Ваҡиға урынына өс ҡотҡарыусы һәм бер берәмек техника килгән. Эҙләү төркөмө малайҙың кәүҙәһен йылғала тапҡан. Ҡотҡарыусылар уны һыуҙан сығарған. Уҡыусының Оло Аҡа ауылында йәшәүе асыҡланған. Бала үлеменең шарттары асыҡлана.
Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы республика халҡын һыуҙа һәм һыу ятҡылы эргәһендә бөтә һаҡлыҡ сараларын һәм үҙеңде тотоу ҡағиҙәләрен үтәргә саҡыра.
Йыһазландырылмаған һәм һыу инеү тыйылған һыу ятҡылыҡтарында һыу инеү; эскән килеш һыу инеү; яңғыҙ, өлкәндәрҙең контроленән тыш, балаларҙың һыу инеүе һәм һыу ятҡылығы янында булыуы; өрөп тултырмалы матрас, автомобиль камералары кеүек һыу инеү өсөн тәғәйенләнмәгән саралар ҡулланыу тыйыла.
http://www.bashinform.ru/news/1183135-v-bashkirii-iz-reki-izvlekli-telo-desyatiletnego-rebenka/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика