14:50 (UTC+5), 06 Июль 2018

Башҡортостанда йәш ярымлыҡ бала менән ғаилә машинала һыуға батып үлгән

Life.ru
Life.ru
Наталья Овчарук
ӨФӨ, 2018 йыл, 6 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/. Ҡот осҡос фажиғә 6 июлдә иртәнге сәғәт биш тирәһендә булған. Краснокама районындағы Сауыз күлендә тотош бер ғаилә: әсәһе (33 йәш), атаһы (35 йәш) һәм уларҙың йәш ярымлыҡ улы батып үлгән, тип хәбәр итә Башҡортостан Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәте.
Балаһы менән бергә ата-әсәнең күл буйына Ағиҙелдән ял итергә килеүе билдәле. Улар яр буйында ҡунырға ҡалған һәм ВАЗ-2199 машинаһында йоҡлап киткән. Автомобиль һыу ятҡылығына шыуып төшөп киткән. Кәүҙәләрен һәм машинаны Дүртөйлө ҡалаһы водолаздары сығарған.
Әле ваҡиға урынында хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре, республика Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы психологтары эшләй. Хәлдең нисек булыуы асыҡлана.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, оҡшаш осраҡ 2017 йылдың июлендә булды. Ул саҡта республиканың Хәйбулла районында кинйә, ике йәшлек сабыйы менән бергә күп балалы ата-әсә батып үлде.
http://www.bashinform.ru/news/1183507-v-bashkirii-utonula-semya-s-polutoragodovalym-rebenkom-sekhav-na-mashine-v-ozero/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика