09:00 (UTC+5), 05 Июля 2018

Стәрлетамаҡта автомобилен һатҡандан һуң 34 йәшлек Максим Стародубов юғалған

Гөлфиә Акулова
ӨФӨ, 2018 йыл, 5 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Стәрлетамаҡта автомобилен һатҡандан һуң 34 йәшлек Максим Стародубов юғалған. Ул килешеүгә киткәндән һуң ике көн үтте, шунан бирле уның турала бер ниндәй хәбәр юҡ. Ир кешене туғандары һәм ирекмәндәр эҙләй.
3 июлдә иртәнге сәғәт 9-ҙа юғалған кеше һатып алыусы менән «Шкода Фабия» машинаһын (дәүләт номеры H174MX102) ҡайтанан рәсмиләштерергә сығып китә һәм башҡа бәйнешкә сыҡмай. Сәғәт 10-да уның телефоны һүнгән була. Үҙ ирке менән ҡайҙалыр сығып китә алмаған, тип ышана тормош иптәше. Уның юғалыуы автомобиль һатыу менән генә бәйле.
«Балаларҙы эҙләү — Башҡортостан» ирекмәндәр ойошмаһының мәғлүмәттәренә ярашлы, юғалған көндө Максим көл төҫөндә футболка, ҡуйы йәшел төҫлө салбар, аҡ сандалый кейгән булған. Үҙе менән яурын аша таға торған ҡара сумка алған. Айырым билдәләре: буйы яҡынса 175 сантиметр, йөҙгә 34-37 йәш, уртаса кәүҙәле.
Юғалған кешенең ҡайҙа булыуы тураһында берәй төрлө мәғлүмәт белгәндәрҙән 02 йәки 8-987-488-05-71, 8-917-433-27-99 телефондары буйынса «Балаларҙы эҙләү — Башҡортостан» ирекмәндәр ойошмаһының дежурҙа тороусыларына мөрәжәғәт итеүҙәрен һорайҙар.
http://www.bashinform.ru/news/1182982-v-sterlitamake-posle-prodazhi-avtomobilya-propal-34-letniy-maksim-starodubov/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика