05:45 (UTC+5), 02 Июля 2018

Өфөлә температураның ҡапыл үҙгәреүе сәбәпле 23 йәшлек ир кеше һыуға батып үлгән

Олег Яровиков
Наталья Овчарук
ӨФӨ, 2018 йыл, 2 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/. Йәкшәмбе, 1 июлдә, Ағиҙел йылғаһында бәхетһеҙ осраҡ булды. Ҡаланың Граждандарҙы һаҡлау идаралығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Иҫке Александровка ҡасабаһында 23 йәшлек ир ҡатыны һәм 11 йәшлек туғаны менән йылға буйына ял итергә килгән.
«Егет шишмә бәреп сыҡҡан хәүефле урында һыу ингән. Ир кеше һыуҙың тәрәнлеген үлсәп ҡарарға булған, әммә температураның ҡапыл үҙгәреүе сәбәпле уға насар булып киткән», — тип хәбәр иттеләр идаралыҡта.
Батып барған кешегә ярҙамға хәләл ефете һәм ҡыҙ һикергән. Ир кеше саҡ йәш туғанын батырмаған. Уның хәләл ефете һыу упҡынынан мәктәп уҡыусыһын сығара алған, ә ир һыуға батып үлгән.
Ағиҙел йылғаһынан мәрхүмдең кәүҙәһен урындағы кешеләр сығарған.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 30 июндә Белорет районында 36 йәшлек ир батып үлде.
http://www.bashinform.ru/news/1181133-v-ufe-iz-za-rezkogo-perepada-temperatury-utonul-23-letniy-muzhchina/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика