11:20 (UTC+5), 25 Июня 2018

Башҡортостанда сабыйҙы ҡанһыҙ рәүештә үлтереүҙә ғәйепләнгән ир-егет хөкөм алдына баҫа

автор
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 25 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/.Башҡортостан прокуратураһы Бөрйән районында йәшәгән 43 йәшлек ир-егеткә ҡарата асылған енәйәт эшенең ғәйепләү һығымтаһын раҫланы. Ул «ярҙамға мохтаж баланы үлтереү» статьяһы буйынса енәйәт ҡылыуҙа ғәйепләнә.
Күҙәтеү ведомствоһының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, уҙған йылдың октябрендә ата-әсә өс балаһын өләсәй менән ҡалдырған. Үҙҙәре Ҡурғашлы ауылынан Магнитогорск ҡалаһының кредит ойошмаһына юлланған.
Кисен оло йәштәге ҡатын танышын спиртлы эсемлектәр эсергә саҡырған. Кескәй баланың илауы иҫерек ирҙең теңкәһенә тейә башлағас, ул уны туҡмаған һәм күтәрмәлә ҡалдырған. Дүрт айлыҡ малай баш һөйәге-мейе йәрәхәттәренән йән биргән. Сабыйҙың кәүҙәһен ата-әсәһенең үтенесе буйынса балаларҙы күрергә килгән күршеләр табып алған.
Ғәйепләнеүсе үҙ ғәйебен таныманы. Енәйәт эше ҡарау өсөн Башҡортостандың Юғары судына ебәрелде.
http://www.bashinform.ru/news/1177978-v-bashkirii-muzhchina-predstanet-pered-sudom-po-obvineniyu-v-zhestokom-ubiystve-mladentsa/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика