15:26 (UTC+5), 18 Июнь 2018

Башҡортостанда үлтереүсе ирҙең мәйетен сүп-сар һәм ағас ботаҡтары менән ҡаплап ҡуйған

Олег Яровиков
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2018 йыл, 18 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. Башҡортостандың хоҡуҡ һаҡлау органдарына 15 июндә кискеһен Дыуан районындағы йорттарҙың береһенән алыҫ булмаған урында 54 йәшлек ирҙең кәүҙәһе табылыуы тураһында хәбәр килгән. Әлеге осраҡ буйынса республика Тәфтиш комитеты «үлтереү» статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатҡан.
Ведомствоның матбуғат хеҙмәте мәғлүмәте буйынса, енәйәт тиҙ арала асыҡланған. Енәйәт ҡылыуға ҡатнашы булған кеше тотолған. Ул Дыуан районында йәшәгән 35 йәшлек ир булып сыҡҡан. Уға ғәйепләү белдерелгән.
Тәфтишселәр фаразынса, 13 июндә кискеһен 35 йәшлек ир өйөнә ҡайтҡан һәм үҙенең ихатаһында Силәбе өлкәһендә йәшәгән 54 йәшлек танышын күргән. Тегеһе ғәйепләнеүсенең ҡатыны менән һөйләшеп торған. Ирҙәр араһында бәхәс сыҡҡан: Башҡортостанда йәшәгән ир утын ағасы менән ҡунаҡтың башына бер нисә тапҡыр һуҡҡан. Зыян күреүсе алған йәрәхәттәрҙән шунда уҡ йән биргән. Үлтереүсе уның кәүҙәһен йорттарҙың береһе яғына күсереп һалған һәм сүп-сар, ағас ботаҡтары менән ҡаплап ҡуйған.
Әле енәйәт сәбәптәре асыҡлана. Ғәйепләнеүсе һаҡ аҫтына алынған.
http://www.bashinform.ru/news/1174583-v-bashkirii-ubiytsa-prikryl-trup-muzhchiny-musorom-i-vetkami-/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика