Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
90.99
+0.06
98.78
-0.12
83.96
+0.69
11+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хәл-ваҡиғалар
9 Июнь 2018, 12:07

Башҡортостанда Нөгөш һыу һаҡлағысында бер ир ҡаянан ҡолап төшөп үлгән

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
ӨФӨ, 2018 йыл, 9 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/. Бәхетһеҙ осраҡ 8 июндән 9-ына ҡарай төндә теркәлгән. Силәбе өлкәһенән 54 йәшлек ир Нөгөш һыу һаҡлағысында һәләк булған.
«Башинформ» агентлығына республика Тәфтиш комитетының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, ваҡиға урынына тәфтиш төркөмө ебәрелгән. Әлеге осраҡ буйынса тикшереү бара.
Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, ир ҡаяға фотоға төшөргә менгән булған. Ләкин урынында баҫып тора алмаған һәм түбәнгә осҡан.
Читайте нас: