12:20 (UTC+5), 05 Июнь 2018

Өфөлә 17 йәшлек студент ҡыҙ хәбәрһеҙ юғалған

Диана Ғилмазова, Vk, Instagram
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 5 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. Өфөлә полиция һәм туғандары Благовещен ҡалаһында тыуып үҫкән 17 йәшлек Диана Ғилмазованы эҙләй. «Башинформ» агентлығына Өфө иҡтисад колледжында белем алған студент ҡыҙҙың туғаны Гөлназ һөйләүенсә, һуңғы тапҡыр Диана 4 июндә бәйләнешкә сыҡҡан, ә кискеһен телефоны һүндерелгән. «Бәйләнештә»ге сәхифәһенә ҡыҙ кисә көндөҙгө сәғәт 4-се 11 минутта ингән. Туғандары борсолоп полицияға ғариза яҙған. Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтендә белдереүҙәренсә, уларға Диананың туғандарынан ғариза килгән. Эҙләү саралары дауам итә.
«Колледжда уҡый, дөйөм ятаҡта йәшәй. Беҙ уның өсөн бик борсолабыҙ, Диана яңыраҡ атаһын юғалтты. Ул уны бик һағына. Һуңғы ваҡытта Диана төшөнкөлөккә бирелеп йөрөнө», — тип һөйләне туғаны.
Полиция ҡыҙҙы эҙләй, дуҫтарынан, курсташтарынан һорау ала.
Кисә Диана Instagram селтәренә «Хуш» тигән яҙыу менән аҡлы-ҡаралы фотоһын һалған.
Билдәләре: буйы 160 сантиметр, ҡаҡса кәүҙәле, оҙон һорғолт сәсле.
Ҡара ветровка, зәңгәр джинсы, аҡ кроссовки кейгән.
Уның ҡайҙа икәнлеген белгәндәрҙең барыһын да 8-917-748-01-44 телефоны буйынса (Гөлназ) йәки полицияға хәбәр итеүҙәрен һорайҙар.
http://www.bashinform.ru/news/1169480-v-ufe-propala-bez-vesti-17-letnyaya-studentka/
1 из 2
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика