13:48 (UTC+5), 05 Июнь 2018

Башҡортостанда суд ҡулға алыныусыны язалауҙа ғәйепләнгән экс-полицейскийҙарҙы аҡланы

ӨФӨ, 2018 йыл, 5 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлфиә Әғлиуллина/. Башҡортостанда Нефтекама ҡалаһы хоҡуҡ һаҡлау органдарының элекке ике хеҙмәткәренә ҡарата суд процесы тамамланды. Улар ҡулға алыныусыға ҡарата язалар ҡулланып вазифа вәкәләттәрен арттырыуҙа ғәйепләнә. Процесс алты сәғәттән ашыу дауам итте, хатта ике тәнәфес яһау талап ителде. Һөҙөмтәлә Нефтекама ҡала суды экс-полицейскийҙарҙы яҡланы, ике ғәйепләнеүсе лә аҡланды, тип хәбәр итә «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһы.
Ғәйепләүсе яҡ һүҙҙәренсә, эшкә нөктә ҡуйыу иртә әле. Эште тикшереү дауам итеүе мөмкин.
2016 йылдың ноябрендә Башҡортостанда йәшәүсе Язаларға юл ҡуймау комитетына юридик ярҙам һорап мөрәжәғәт иткән. Зыян күреүсе һүҙҙәренсә, 10 ноябрҙә дүрт ир уның ҡулына бығау, башына пакет кейҙереп, автомобилгә индереп ултыртҡан һәм билдәһеҙ йүнәлештә алып киткән. Һуңынан асыҡланыуынса, улар полиция хеҙмәткәрҙәре булған. Тәртип һаҡсылары ирҙе участковыйҙарҙың ҡала терәк пунктына килтереп, күҫәк һәм электрошокер менән туҡмай башлаған. Был бары тик бер маҡсат — ир ҡатын-ҡыҙҙы урлауҙа үҙ ғәйебен таныһын өсөн эшләнә. Ләкин туҡмау бер ни ҙә бирмәй — ир ғәйебен танымай. Уларға ирҙе ебәрергә тура килә. Тәүҙә унан, дуҫтарым менән спиртлы эсемлектәр эстем һәм полиция хеҙмәткәрҙәренә дәғүәләрем юҡ, тигән аңлатма алалар.
Рәсәй Тәфтиш комитетының Башҡортостан буйынса тәфтиш идаралығының икенсе айырыуса мөһим эштәр бүлеге хеҙмәткәрҙәре 2017 йылдың 20 сентябрендә енәйәт эшен тикшереүҙе тамамланы. Ғәйепләү ҡарарын раҫлағандан һуң ул ҡарау өсөн Нефтекама ҡала судына ебәрелде.
http://www.bashinform.ru/news/1169323-v-bashkirii-sud-vstal-na-storonu-eks-politseyskikh-obvinyaemykh-v-pytkakh-zaderzhannogo/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика