Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
90.99
+0.06
98.78
-0.12
83.96
+0.69
11+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хәл-ваҡиғалар
4 Июнь 2018, 14:10

Өфөлә бынан алда хөкөм ителгән пациент табипҡа һөжүм иткән

ӨФӨ, 2018 йыл, 4 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Өфөлә Рәсәй гвардияһы хеҙмәткәрҙәре табипҡа һөжүм итеүҙә ғәйепләнеүсене тотҡан. Кисә кискеһен Орджоникидзе районындағы дауахананан хәүефле сигнал килгән.
Баҡтиһәң, пациенттарҙың береһе, быға тиклем үлтереү менән янаған өсөн хөкөм ителгән 45 йәшлек Ишембай кешеһе, дауаханала шәфҡәт туташтары менән ғауға ҡуптарған: уларға бәйләнгән һәм ҡул күтәреү менән янаған. Дежур табиптың яуабына янъялсы йоҙроҡтар менән ташланған һәм битенә һуға башлаған.
Килеп еткән Рәсәй гвардияһы хеҙмәткәрҙәре хоҡуҡ боҙоусыны артабан тикшереү өсөн полицияға тапшырған.
http://www.bashinform.ru/news/1168890-v-ufe-ranee-sudimyy-patsient-bolnitsy-napal-na-vracha-/
Читайте нас: