04:59 (UTC+5), 04 Июня 2018

Башҡортостанда юл фажиғәһендә «Лада Калина»ның түбәһе ҡуптарылған, водитель һәләк булған

Башҡортостан Республикаһы буйынса ЮХХДИ
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 4 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. 2 июндә иртән Башҡортостандың Ҡырмыҫҡалы районында Өфө-Ырымбур юлының 49-сы саҡрымында 26 йәшлек Ауырғазы районы егете идара иткән «Лада Калина» КамАЗ йөк машинаһы менән бәрелешкән.
Бәрелешеүҙән еңел машинаның түбәһе ҡуптарылған, һуңынан ул юл ситенә сығып осҡан. «Лада» водителе ваҡиға урынында һәләк булған, уның 18 йәшлек пассажиры йәрәхәтләнгән.
КамАЗ-дың 59 йәшлек водителе (Татарстан) иҫән-һау.
Уҙған тәүлектә республика юлдарында бөтәһе 12 юл фажиғәһе теркәлгән, бер кешенең ғүмере өҙөлгән, 20-һе төрлө йәрәхәттәр алған, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының ЮХХДИ-нан.
http://www.bashinform.ru/news/1168526-v-dtp-v-bashkirii-srezalo-kryshu-lady-kalina-voditel-pogib/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика