10:56 (UTC+5), 04 Июня 2018

Башҡортостанда туғандары 29 йәшлек Венера Каланхождаеваны һәм уның дүрт йәшлек улын эҙләй

социаль селтәрҙәр
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 4 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. Башҡортостанда туғандары 29 йәшлек Венера Каланхождаеваны һәм уның дүрт йәшлек улын эҙләй. Туғандары социаль селтәрҙә саң ҡаға башлаған, шулай уҡ полицияға ғариза яҙған. «Башинформ» агентлығына юғалған ҡатындың туғаны Рөстәм һөйләүенсә, 2 июндә көндөҙгө сәғәт 1 тирәһендә Венера кескәй улы менән үҙенең Daewoo Matiz автомобилендә Мәләүездән Нөгөштәге турбазаға юл тотҡан. Әсә менән бала юғалған — телефон яуап бирмәй, ҡатын социаль селтәргә инмәгән.
«Тапманыҡ әле. Венераның һуңғы ваҡытта аралашҡан кешеләренең номерҙарын белдек. Уның, ысынлап та, турбазаға киткәнме-юҡмы икәнлеген тикшерәбеҙ. Бәлки, бер ҡайҙа ла китмәгәндер. Ире менән күптән айырылышҡан, әсә менән улдың юғалыуына уның ҡыҫылышы юҡ», — тип өҫтәне Рөстәм.
Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, ҡатындың туғандары Мәләүез районы полицияһына ғариза яҙған.
«Ошо көндәрҙә ул улы менән Нөгөш һыу һаҡлағысына ял итергә китте һәм бәйләнешкә инмәй башланы. Әлеге ваҡытта полиция эҙләү эштәре алып бара», — тинеләр ведомствола.
Венера Каланхождаева күк күлдәк, ҡара джинсы, ҡара туфли кейгән.
Дүрт йәшлек Исламда күк башлыҡ, ҡара куртка, күк джинсы, кроссовки.
Уларҙың ҡайҙа икәнлеген белгәндәрҙең 8-919-157-98-94 (ағаһы Рөстәм) йәки 8-917-745-63-47 (әсәһе Алһыу) телефондары буйынса, шулай уҡ полицияға хәбәр итеүҙәрен һорайҙар.
http://www.bashinform.ru/news/1169045-v-bashkirii-rodstvenniki-razyskivayut-29-letnyuyu-veneru-kalankhozhdaevu-s-chetyrekhletnim-synom/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика