13:00 (UTC+5), 31 Май 2018

Башҡортостанда бер ҡатын улын туҡмаған һәм өйөн яндыра яҙған

автор
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 31 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. Рәсәй Эске эштәр министрлығының Баймаҡ районы буйынса бүлегенә Темәс ауылынан хәбәр килгән. Ваҡиға урынына тиҙ арала участковый һәм тәфтиш-оператив төркөм ебәрелгән.
Республика эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, 33 йәшлек ҡатын таныштары менән кәйеф-сафа ҡорған. Өйөнә һуң ғына ҡайтҡан. Ул «ял иткәнсе» 12 йәшлек улы йоҡларға ятҡан булған, ә 15 йәштәгеһе ауыл буйлап әсәһен эҙләп йөрөгән.
«Ҡатын өйөнә ҡайтҡас ишекте бикләп ҡуйған һәм 15 йәшлек баланы индермәгән. Әсә тауыш ҡуптарған һәм тәҙрә ҡорғанына ут төрткән. Шунан ул кесе улын туҡмай һәм өлкәненә янай башлаған. Һуңғыһы, ҡустыһының ғүмере өсөн хафаланып, ишекте емереп ингән. Улар бергәләп әсәләренән ҡасҡан. Участковый малайҙарҙы ауылда йәшәүселәрҙә тапҡан», — тип һөйләнеләр республика Эске эштәр министрлығында.
Әле полиция ошо осраҡ буйынса тикшереү уҙғара. Ваҡиға сәбәптәре асыҡлана. 33 йәшлек ҡатын полицияла.
http://www.bashinform.ru/news/1167470-zhitelnitsa-bashkirii-izbila-syna-i-edva-ne-sozhgla-dom/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика